Ваш браузер устарел. Рекомендуем обновить его до последней версии.

№ 6180 Сценарий по ОБЖ на тему «Страна здоровья»

Опубликовано 07.11.2020

ШАМСУТДИНОВА ИЛЬМИРА РАИСОВНА

МБОУ ООШ с.Новояушево
Воспитатель
 
Сценарий по ОБЖ на тему «Страна здоровья»

 

                       

 

  Сәләмәтлек  иленә сәйәхәт.

 

Максат: Сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыу тураһындағы  күзаллауҙарын формалаштырыу; таҙалыҡ сәләмәтлектең нигеҙе икәнлеген аңлатыу, таҙалыҡҡа ынтылыш тәрбиәләү; сәләмәтлеккә ҡағылышлы һүҙҙәр менән һүҙлек байлығын арттырыу.

Белем биреү өлкәләре: Сәләмәтлек, аралашыу,физик тәрбиә.

Йыһазлау: слайдтар ,  таҫтамал, көҙгө,һабын, йыуғыс, тараҡ, теш щеткаһы, кәрзин, алмалар, ҡурсаҡтар: микроб, батшабикә.

Алдан эшләнгән эштәр:  сәләмәт йәшәү рәүеше тураһында әңгәмәләр үткәреү; мәҡәл-әйтемдәр өйрәтеү; сәләмәтлек тураһында матур әҙәбиәт уҡыу.

 

 

Дәрес  барышы

Балаларға смс хат килә “ Балалар , мин һеҙҙе үҙемдең Сәләмәтлек иленә  ҡунаҡҡа саҡырам. Хөрмәт менән Сәләмәтлек иле батшабикәһе”.

Тәрбиәсе. Балалар , әйҙәгеҙ, бергәләп Сәләмәтлек иленә юл алайыҡ. (Балалар түңәрәк буйлап атлап баралар) Балалар , бына  Сәләмәтлек иленә килеп тә еттек. Бөгөн сәләмәтлек илендә ҡунаҡтар ҙа бар икән. Әйҙәгеҙ, улар  менән иҫәнләшәйек.

Балалар: Һаумыһығыҙ!

Тәрбиәсе: Иҫәнләшкәс, бер-беребеҙгә нимә теләйбеҙ?

1 бала. Иҫәнлек теләйбеҙ.

2 бала. һаулыҡ теләйбеҙ.

3 бала. Сәләмәтлек теләйбеҙ.

Тәрбиәсе: Ни өсөн һаулыҡ, сәләмәтлек теләйбеҙ?

Балалар: Сөнки иҫәнлек, сәләмәтлек булмаһа беҙҙең кәеф булмай, ауырыйбыҙ .

Тәрбиәсе: Балалар, сәләмәтлек  тураһында  ниндәй  мәҡәл-әйтемдәр беләһегеҙ.

1 бала. Сәләмәт  тәндә-сәләмәт аҡыл.

2 бала. Сәләмәтлек - иң зур байлык.

Тәрбиәсе. Балалар, инде ҡунаҡтар менән дә иҫәнләштек, сәләмәтлек тураһында  ла һөйләштек, ә Сәләмәтлек иле батшабикәһе һаман да юҡ. Ҡайҙа икән ул? Һеҙ күрмәнегеҙме? Әйҙәгеҙ ултырғыстарға  ултырайыҡ  та, шунда көтәйек, бәлки килер.

(Балалар ултыралар. Микроб керә)

Микроб. Көтөгөҙ, көтөгөҙ...Ләкин ул килмәйәсәк. Бында хәҙер мин хуҗа. Илдең исеме лә Сырхау була. Бына һеҙгә беренсе закон.

-Һуң ятығыҙ(попозже ложитесь)

-Һуң тороғоҙ (попозже вставайте)

-артыҡ хәрәкәттәр менән үҙегеҙҙе борсомағыҙ  ( лишним движением себя не утруждайте)

Тәрбиәсе: Балалар, һеҙҙең Сырхау  илендә  йәшәгегеҙ  киләме?

Балалар .Юҡ.

Тәрбиәсе.  Минең дә килмәй .  Балалар, ауырымаҫ  өсөн нишләргә кәрәк һуң беҙгә?

Балалар. Сәләмәтлек иленең закондарын һаҡларға кәрәк.

Тәрбиәсе. Беренсе ниндәй закон һуң , балалар?

Балалар. Сәләмәт булырға теләһәң-көндәлек режимды һаҡла.

Микроб. Нимә һуң ул режим?

1 бала. Көндәлек режим беҙгә: ҡасан торорға,

2 бала. Ҡасан ашарға,

3 бала.Ҡасан эш башларға, йәки уйнарға икәнде әйтә.

Микроб. Нимәгә ул ниндәйҙер режимға буйһонорға?

Тәрбиәсе. Балалар, беҙ ни өсөн режимды һаҡларға тейеш?

Балалар. Көндәлек режим беҙгә һау-сәләмәт булыр өсөн кәрәк.

Тәрбиәсе. Ә көндәлек режимды үтәмәгәндәр нишләй?

Балалар. Улар йыш ауырыйҙар.

Тәрбиәсе. Балалар, Микроб беҙгә әҙ хәрәкәтләнергә, күп йокларға ҡуша . Һеҙ

бының менән килешәһегеҙме?

Балалар: Юк, беҙ килешмәйбеҙ.

Тәрбиәсе. Әйҙәгеҙ, икенсе законды иҫкә төшөрәйек.

Балалар: Хәрәкәттә- бәрәкәт

Тәрбиәсе:Дөрөҫ, балалар.! Кем күп хәрәкәтләнә, физкультура  яһай, шул кеше әҙ ауырый. Беҙ ҙә, балалар, ауырымаҫ өсөн иртән нимә яһайбыҙ?

1 бала. Иртән беҙ зарядка яһайбыҙ.

2 бала. Физкультура дәресендә шөғөлләнәбеҙ.

3 бала. Хәрәҡәтле уйындар уйнайбыҙ.

Тәрбиәсе. Әйҙәгеҙ, беҙ ҙә уйнап алайыҡ.

(“Арттан ҡабатла” уйыны)

Микроб. Бөтөн ауырыуҙар ҙа  микробтан тиҙәр, был дөрөҫ түгел. Минең, мәҫәлән , бөтөн бәләм дә һабын, шампунь, теш пастаһынан. Һабын әсеттерә, шампунь күзгә керә, теш пастаһы ауырттыра.

Минең һезгә тәҡъдимем бар :

Бер ҡасан да ҡулды, битте, ҡолаҡты йыумағыҙ .Был бит кәрәкмәгән эш.

Ваҡытығыҙ әрәм була . Ул бит тағын бысырана.

Тәрбиәсе. Балалар, Микробтың тәҡъдимен ҡабул итәбеҙме?

Балалар. Юҡ, ҡабул итмәйбеҙ.

Тәрбиәсе. Ни өсөн ҡабул итмәйһегеҙ?

Балалар. Сөнки  ҡулдағы бысыраҡ менән организмға микробтар үтеп керә, беҙ ауырыйбыҙ.

Тәрбиәсе. Аҙ  йыуына торған , бысыраҡ кешеләрҙе кем тип атайҙар?

Балалар. Шапшаҡ  тиҙәр.(грязнуля )

Тәрбиәсе. Шапшаҡ  булмаҫ  өсөн нишләргә кәрәк?

Балалар. Шапшаҡ булмаҫ  өсөн йыуынырға  кәрәк.

Тәрбиәсе. Балалар, Сәләмәтлек иленең 3- сө законы нисек ?

Балалар. Сәләмәт булыр өсөн –таҙа  булырға  кәрәк.

Тәрбиәсе. Мин һеҙгә  уйын тәҡъдим итәм.  “Йомаҡтың  яуабын  сис  һәм эҙләп тап”

  1. Янына килдем- үҙемде күрҙем.

                                        Көҙгө.

  1. Ышҡый-ышҡый йыуа ул

Һабын менән дуҫ та ул.

                                                   Йыуғыс.

  1. Тештәре күп- ашамай,

Минһеҙ эшен башламай.          Тараҡ.

Иртән  торғас   ҡулыңа  ал ,

Минән башла эшеңде.

Паста менән мин таҙартам

Ап-аҡ  итеп тешемде  .            Теш щеткаһы .                                   

  1. Битте-ҡулды йыуғас,

Һиңә мин кәрәк.

Мин нимә булам

Әйт  һин, тиҙерәк.              Таҫтамал.                      

  1. Хуш еҫле, шыма,

Үҙе таҙартып  йыуа.            Һабын.                        

                             

                                       физкультминутка

Бигерәк шаян инде беҙ,

Тик тормайбыҙ бер ҙә  беҙ:

Ҡулдарҙы  беҙ йыуабыҙ,

Шунан  битте  йыуабыҙ,

Тештәрҙе таҙартабыҙ.

Шунан  зарядкаға баҫабыҙ.

Уңға-һулға ҡарайбыҙ

Һәм һикерә башлайбыҙ

Шул арала эйелеп,

Баҫырға  өлгөрәбеҙ.

Тәрән  итеп  тын  алабыҙ,

Ял итергә туҡтайбыҙ .

Микроб. Балалар, мин һеҙгә күстәнәстәр  алып  килдем. Бәлки  минең бүләктәрем һеҙгә оҡшар ҙа һеҙ минең  янымда йәшәргә ҡалырһығыҙ ( чипсы, кола, сухарики күрһәтә). Алығыҙ, алығыҙ  инде, улар миндә  күп.

Тәрбиәсе. Рәхмәт инде һиңә, Микроб. Балалар, әйҙәгеҙ уйлап  ҡарайыҡ  әле, был  күстәнәстәр беҙгә файҙа килтерәме?   (Юҡ, улар зарарлы) .   Әйҙәгеҙ, дүртенсе законды иҫкә төшөрәйек.

Балалар.        Дөрөҫ  туҡланыу- сәләмәтлек нигеҙе.

Микроб. Ә минең  ашау дөрөҫ  түгел  мени ?

Тәрбиәсе. Юҡ.

Микроб. Ә нисек дөрөҫ?

Тәрбиәсе. Әйҙә балаларҙ ан һорап  ҡарайыҡ.

1бала. Иртән иртәнге аш ашайбыҙ.

2 бала. Уйнап туйғас, төшкө  аш.

3бала. Йоҡлап алғас та   көн дә

             Ашайбыҙ  көндөҙгө  аш.

4бала. Ә кис  еткәс беҙ,  киске аш ашайбыҙ.

Микроб. Ниңә  ашағыҙ  мин алып килгән әйберҙәрҙе иртән  дә, көндөҙ ҙә, кис тә.

Тәрбиәсе. Юҡ, ашамлыҡтар  файҙалы  булырға  тейеш.

Балалар, әйҙәгеҙ “Файҙалы ризыктар  магазины” уйынын уйнап алабыҙ.

Микроб. Күрәм, минең  бында батша булырға бер мөмкинлегем дә ҡалманы. Китәм.

Тәрбиәсе. Тукта, ҡайҙа  бараһың? Ә батшабикә ҡайҙа?.

Микроб. Хәҙер.( үҙ-үҙенә һөйләнә, ҡулдарын болғай. Сәхнә артынан батшабикә сыға. Ҡулында кәрзин).

Батшабикә. Рәхмәт , балалар. Һез Сәләмәтлек иленең закондарын  бик яҡшы беләһегеҙ  икән. Миңә тағын  бер әйтеп күрһәтегеҙ әле.

1бала. Сәләмәт булырға теләһәң,  көндәлек режимды  һаҡла.

2бала. Хәрәкәттә- бәрәкәт.

3 бала. Сәләмәт булыр өсөн- таҙа  булырға  кәрәк.

4 бала. Дөрөҫ туҡланыу  -  сәләмәтлек нигеҙе.

Батшабикә. Минең   закондарҙы  яҡшы  белгән өсөн минең  һеҙҙе  файҙалы ризыҡтар   менән  һыйлағым  килә. (Кәрзин менән бирә)

Тәрбиәсе.  Балалар, режимды боҙмаҫ  өсөн, беҙгә кайтырға  ваҡыт.  Һау бул, батшабикә, һау булығыҙ ҡунаҡтар.

Балалар. Һаубулығыҙ!