Ваш браузер устарел. Рекомендуем обновить его до последней версии.

№ 6891 Сценарий новогоднего утренника в младшей группе на башкирском языке

Опубликовано 16.01.2022
Фатихова Гульназира Фарвазовна
ФМБДОУ детский сад Светлячок с.Большеустьикинское детский сад Радуга д.Кутушево
Республика Башкортостан
Мечетлинский район
д.Кутушево
воспитатель

 

“Ҡар Бабайға  ҡунаҡҡа”

 

Кескәйҙәр төркөмө өсөн яңы йыл байрамына сценарий.

Ҡатнашалар:

Алып барыусы

Ҡар  Бабай

Карһылыу

Ҡыш Бабай

Зал байрамса биҙәлгән, уртала шыршы ултыра.

Күңелле көй аҫтында балалар бүлмәгә инәләр ҙә, теҙелеп торалар.

Алып барыусы: Хөрмәтле  әсәйҙәр, балалар  һеҙҙе барығыҙҙы ла яҡынлашып килгән яңы йыл байрамы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Яңы көндәр, яңы уңыштар һеҙгә!

Донъяның бар яғында ла

Шат моңдар урғып торһон.

Һәр бер таң нурланып тыуһын,

Яңы йыл ҡотло булһын!

 

Ниндәй ҡунаҡ беҙгә килгән?

Үҙе йәшел энәле.

Матур итеп биҙәлгән,

Ә башына йондоҙ ҡунған!

Шыршыны ҡарайҙар, нисек матур итеп биҙәлгән!!!  Матур-матур уйынсыҡтар эленгән!!!

Тәрбиәсе  балаларҙы  тәҙрә эргәһенә  саҡырып Ҡар Бабайҙы  күрһәтә.

Алып барыусы:   Балалар, ҡарағыҙ әле , кемдер унда бар... Әәә,  был  бит  Ҡар  Бабай.  Әйҙәгеҙ  ҡул  болғайыҡ.

Ҡар Бабай балаларға ҡул  болғай.

Алып барыусы:   Балалар,  әллә  Ҡар  Бабай  беҙгә  килә инде))) әйҙәгеҙ, ҡаршы алайыҡ.

Ҡар Бабай ишек  шаҡый,  төркөмгә инә.

Ҡар  бабай:   Һаумыһығыҙ,  бәләкәстәр! Һеҙҙе  саҡ табып  килеп  еттем. Һай-һай,  ҡайһылай  матур  кейенешеп  килгәнһегеҙ һеҙ бөгөн... ҡуяндар  ҙа  бар  бында,  ҡар  бөртөктәре  лә  бар...  Мин  бик  шатмын  һеҙҙең  менән осрашыуға.  Балалар,  мине һеҙгә Ҡыш  Бабай  ебәрҙе бит. Алдан  барып балаларҙы  байрамға  саҡырып  күңел  аса  тороғоҙ,  мин   дә  тиҙҙән  килеп  етермен – тине. Әйҙәгеҙ, шыршыҡайға  барып  йырлай-бейей торайыҡ,  Ҡыш  Бабай  менән   Ҡарһылыуҙы  көтәйек.

Күнелле көй аҫтына Ҡар  Бабай менән  балалар залға инәләр,

шыршы янына барып торалар.

Ҡар  бабай:   Әйҙә,  әйҙә,  бәләкәстәр  рәхим  итегеҙ  байрамға.

Ап-аҡ ҡарҙар, аҡ мамыҡтар

Ергә һыйына.

Ошо көндә йыйылдыҡ беҙ

Яны йыл байрамына.

Алып барыусы:

Балалар, ҡарағыҙ әле ,

Зал түрендә күркәм ҡунаҡ –

Йәшел кейемдә.

Ул да ҡотлай беҙ дуҫтарҙы

Яны йыл менән.

Алып барыусы:   Балалар, әйҙәгеҙ шыршыны уратып ҡарап сығайыҡ. Бына төрлө төҫлө   шарҙар, бына ҡар бөртөктәре, хатта кәнфит эленеп тора. Ә шыршынын ин башында – йондоҙ! Тик беҙҙен шыршыбыҙ нимәгәлер бойоғоп тора, уттары ла балҡымай. Әйҙәгеҙ, бергәләп шыршының  уттарын  балҡытайыҡ.

Бергәләп ҡабатлайҙар:

“Яны йыл ҡотло булһын,

Шыршыбыҙ балҡып торһон!”

Шыршының уттары балҡый.

Ҡыуаналар, сәпәкәй һуғалар.

Ҡар  бабай:   Шыршыға өрәйек (шыршы һүнә).

Алып барыусы:   Сәпәкәй итәйек (шыршы яна).

Ҡар  бабай:   Шыршыға өрәйек (шыршы һүнә).

Алып барыусы:   Сәпәкәй итәйек (шыршы яна).

Ҡар  бабай:   Шыршыны уратып торайыҡ, уны маҡтап йыр йырлайыҡ.

Ҡар  бабай  шыршы әргәһенән бейәләй табып ала.

- Балалар, ҡарағыҙ әле, кемдер бында бейәләйен төшөрөп ҡалдырған.

Бейәләйҙен эсенән ҡынғырау таба.

- Кем юғалтҡан икән был бейәләйҙе? Әйҙәгеҙ, ҡынғырауҙы шылтыратып, хужаһын саҡырайыҡ.

Ҡынғырауҙы шылтырата,

ишек яғынан да ҡынғырау тауышы ишетелә.

Ҡарһылыу килеп инә.

Ҡарһылыу:  Һаумыһығыҙ, балалар! Ҡайһылай матур һеҙҙә!  Балалар ҙа бик матур итеп кейенеп килгәндәр! Ниндәй байрамға йыйылдығыҙ ул?

Балалар яуап бирәләр.

Ҡарһылыу үҙенен бейәләйен күреп кала.

Ҡарһылыу: Минен бейәлейемде ҡайҙан таптығыҙ ул?

Ҡар бабай: Шыршы эргәһенән. Ҡарһылыу, тик һин беҙгә бейеп күрһәтмәйенсә, беҙ бейәләйенде кире бирмәйбеҙ)))

Ҡарһылыу:  Мин бейергә яратам! Тик мин  ярҙамға ҡар бөртөктәрен саҡырайым әле.

ҠАР БӨРТӨКТӘРЕ БЕЙЕҮЕ.

Ҡар бабай:  Балалар, байрамығыҙ бик күңелле! Миңә һеҙҙең  менән күңел  асыу бик  оҡшаны! Тик  Ҡыш  Бабай нимәгәлер һаман килеп  етмәй... мин  уның  ҡаршыһына  барайым,  уны  ҡабаландырайым! 

Ҡар  Бабай китә.

Ҡарһылыу:  Балалар, минен танауым өшөй башланы... күрәһен Ҡыш Бабай беҙҙен байрамға етеп килә. Әйҙәгеҙ, уны бергәләп саҡырайыҡ әле.

Балалар Ҡыш Бабайҙы саҡыралар.

Ҡыш Бабай менән Ҡар бабай килеп инәләр.

Ҡыш Бабай:

Буран-ҡарҙарҙы һепереп,

Мин киләм һеҙгә.

Яны йылды ҡаршыларға

Дуҫтарым менән бергә.

- Һаумыһығыҙ, балалар! Бына мин дә килеп еттем.

Алып барыусы: Һаумы, Ҡыш Бабай! Әйҙә, түрҙән үт, күптән көтәбеҙ инде беҙ һине. Балалар һинә шиғырҙар- йырҙар әҙерләп ҡуйғандар инде.

1 бала:  

Яңы  йыл килде беҙгә

Түңәрәккә тор әйҙә!

Яңғыраһын шат йырҙар                                                Рузанна

Йылмайһын шаян ҡыҙҙар.

 

2 бала

Беренсе булып урмандан

Килде байрамға шыршы.                                           Миләүшә

Уйынсыҡтар ҙа эленгәс,

Бөгөн ул ниндәй ҡупшы.

 

3 бала:

Шуба, шапка, рукавички

На носу сидит синичка.                                                   Роберт

Борода и красный нос

Это Дедушка Мороз.

 

4 бала:  Ҡыш бабай килә,                                     Эльвир

Ҡыш бабай көлә,

Матур шыршыға

Бүләктәр элә.

5 бала: Ҡыш бабай менән ҡуян                                   Элина

Икеһе лә аҡ ҡына.

Ҡыш Бабай ҡурҡаҡ  түгел,

Ҡуян ҡурҡаҡ саҡ ҡына.

6 бала: Әй, Ҡыш бабай, аҡ бабай,                    Илмир

Үҙе һаҡаллы ҡалай.

Буран уйнатып йөрөй,

Бер ҙә арымай-талмай.

7-се бала:

Шыршы йәшел энәле                                        Гөлназ

Төрлө уттар яналар.

Матур кейемдәрен кейеп

Бейеп йөрөй балалар.

Ҡарһылыу:  Ә хәҙер, Ҡыш Бабай, һин күҙҙәренде йом, беҙ һинән йәшенәбеҙ, ә һин беҙҙе эҙләп ҡара.

Балалар аҡ ябыу аҫтына йәшенәләр.

Ҡыш бабай балаларҙы эҙләй.

Ҡыш бабай:  Ҡайҙа булды икән балалар?  Ҡар бөртөктәре, ҡуяндар!?!

Балаларҙын эргәһенә барып, ябыуҙы асып ҡарай,балаларҙы таба.

Балалар икенсе урынға күсеп тағы ла йәшенәләр,

Бесәй сысҡан булып ҡысҡыралар.... Уйын 2-3 тапҡыр ҡабатлана.

Ҡыш бабай: Балаларҙы тотоп, әҙерәк өшөтөп алайым әле. Балаларҙы тоторға тырыша. Балалар ҡасалар.

Ҡарһылыу менән Ҡар бабай шыршы артына йәшенәләр.

Ҡыш бабай:  Минең Ҡарһылыуым  менән  Ҡар бабай ҡайҙа юҡ булдылар  ул? Әйҙәгеҙ саҡырайыҡ уларҙы.

Саҡыралар. Ҡарһылыу менән Ҡар бабай шыршы артынан сана һөрәп сығаралар.

Санала ҡар шарҙары.

Ҡарһылыу: Балалар, әйҙәгеҙ, ҡар шарҙары менән уйнап алайыҡ әле.

УЙЫН-БЕЙЕҮ  “МЫ СНЕЖОЧКИ В РУКИ ВЗЯЛИ”

Ҡыш бабай: Бына хушлашыырға ла ваҡыт етеп килә. Тағы берҙе шыршыны уратып уйынсыҡтарын ҡарап сығайыҡ әле.

Шыршыны уратып йөрөйҙәр.

Һандыҡ табалар, уны асып бүләктәр табалар.

Ҡыш бабай:  Рәхмәт, һеҙгә, балалар, күнелле байрам өсөн!

Ҡарһылыу:  Киләһе йылда осрашҡанға тиклем!

Байрам тамамлана.